Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 7:22 - Изге Яҙма

22 зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

22 зинасылыҡ, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, йөрәгенән сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 7:22
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра.


Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға.


Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр.


Бала башындағы иҫәрлекте тәртип сыбығы тиҙ ҡыуып сығарыр.


Һаран әҙәмдең ризығын ашама, уның тәмле-татлыһынан тыйыл,


Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.


Иҫәрҙе ашлыҡ менән бергә килегә һалып төйһәң дә, уны иҫәрлегенән айырып алып булмай.


Ҡомһоҙҙоң ниәте – тиҙерәк байыу, артынса хәйерселек килерен уйламай ул.


Мин зиһенемде аҡыл менән зирәклекте белеү, тикшереү һәм табыуға, яуыздарҙың ахмаҡлығы, аҡылһыҙҙарҙың дыуамаллығы нимәлә икәнен төшөнөүгә йүнәлттем.


Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.


Аяҡтары яуызлыҡҡа табан сабыр, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгер өсөн ашығырҙар. Баштарындағы уйҙары енәйәтсел, Юлдарында – емереклек һәм һәләкәт.


Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?


Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»


Ә инде күҙең зәғиф булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы!


яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү,


Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде.


Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.


Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға зарланыр ҙа һин ғәйепле булырһың.


Арағыҙҙағы иң йомшаҡ күңелле, иғтибарлы һаналған ир ҙә үҙ туғанына, яратҡан ҡатынына һәм әле иҫән ҡалған балаларына аяуһыҙ күҙҙәре менән ҡарар.


Арағыҙҙа иң йомшаҡ, иң яғымлы, наҙлылығы арҡаһында аяҡ табанын ергә тейҙермәгән ҡатын үҙенең һөйөклө иренә, ул-ҡыҙына аяуһыҙ күҙ менән бағыр һәм бала ятҡылығы менән яңы тыуған сабыйын уларҙан йәшереп кенә ашар, сөнки дошман ҡамауында ҡалған ҡалаларығыҙҙа, мохтажлыҡтың сигенә еткәс, бер ҡабыр ризыҡ та ҡалмаҫ.


Алланың ихтыяры шундай: изгелек ҡылыуығыҙ менән һеҙ аҡылһыҙ һәм наҙан кешеләрҙең ауыҙын томаларға тейешһегеҙ.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ