Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 5:23 - Изге Яҙма

23 – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 һәм ялбарып һораны: – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 5:23
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте. – Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Был кеше шунда уҡ махауҙан таҙарынды.


ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарар күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.


Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күмәк халыҡ эйәрҙе.


күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар.


Уның янына тотлоғоп һөйләшкән һаңғырау кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр.


Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөгөн бөркөп, ҡулдарын ҡуйҙы. – Берәй нимә күрәһеңме? – тип һораны.


Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйҙы, ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы.


Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Шимғондың өйөнә килде. Шимғондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ята ине. Ғайсанан уға ярҙам итеүен һоранылар.


Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килде. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы.


Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине.


Апай менән һеңле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хакимым, Һин яратҡан Әлғазар ауырып китте».


Поплиостың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Паулус инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы.


уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр, доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.


Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте.


Шаулға илаһи күренмеш килде. Унда Һананиас исемле берәү уның янына килде лә, Шаулдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы.


Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып: – Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ