Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 5:15 - Изге Яҙма

15 Ғайса янына килделәр һәм, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Ғайса янына килгәс, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Ғайса янына килделәр һәм, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 5:15
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул көндө Дауыт Алланан бик ныҡ ҡурҡа һәм: «Нисек Алланың һандығын үҙемә алып инәйем?» – ти.


сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды.


Уның шөһрәте һеҙҙе ҡурҡытмаҫмы ни? Дәһшәте өҫтөгөҙгә төшмәҫме?


Бурысты файҙа алыр өсөн бирмәгән, Ришүәт өсөн ғәйепһеҙгә ғәйеп ташламаған – Шулай йәшәгән кеше мәңге ҡаҡшамаҫ!


Кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алыр икән? Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына уның өйөн талай алыр.


– Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Ғайса енде ҡыуып сығарғас, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалып: – Исраилда бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине, – тине.


Сусҡа ҡараусылар йүгереп йөрөп был хәбәрҙе ҡалала һәм ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр ни булғанын күрер өсөн


Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр уларға барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе.


Ғайса кәмәгә ултырған саҡта, ендән ҡотолған кеше Уның менән бергә барырға рөхсәт итеүен һораны.


Уны әллә нисәмә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулын бығаулап, сынйыр һалғандар, ә ул сынйырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уға көсө етмәгән.


– Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса. – Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге


Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы.


Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килде. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй ине һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәп йөрөнө.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.


Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ