Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 4:38 - Изге Яҙма

38 Ғайса иһә кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

38 Ғайса иһә, кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп, йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 Ғайса иһә кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 4:38
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.


Быларҙан һуң да, йә Раббы, Үҙеңде тыйып торорһоңмы? Өндәшмәйенсә беҙҙе самаһыҙ ғазапларһыңмы?


Ярҙам һорап күпме ялбарһам да, Доғама ҡолаҡ һалманы.


Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.


Шәкерттәре Уны уятып: – Хакимыбыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.


Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде, һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы.


Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.


Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, Остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уяттылар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйҙы һәм, улар туҡтағас, тынлыҡ урынлашты.


Унда Яҡуп ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ