Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 4:26 - Изге Яҙма

26 Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына нимәгә оҡшаған: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына ниндәй: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына нимәгә оҡшаған: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 4:26
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.


Ел баҫылғанын көткән кешенең ере сәселмәй ҡалыр, болоттарҙы күҙәткән әҙәм ашлығын йыя алмаҫ.


Орлоғоңдо иртән иртүк сәсә башла, кискә тиклем ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы уңышлы булырын белмәҫһең, бәлки икеһе лә уңышлы булыр.


Бәхет һеҙҙе ташлап китмәҫ: Һуғарыулы ерҙә иген игерһегеҙ, Үгеҙ һәм ишәктәрегеҙҙе утлауға ебәрерһегеҙ.


– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. –


Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған.


Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне: – Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан.


Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән гәрсис орлоғона оҡшаған.


Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған.


– Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.


Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.


Төндәрен йоҡлап, көндөҙөн уяу йөрөп, көн һәм төндәре уҙа, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булғанын белмәй ҙә.


Шунан һуң Ғайса былай тине: – Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Уны нимә менән сағыштырайым?


Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе.


– Бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына ҡойолоп тапалған, уларҙы ҡоштар сүпләп бөткән.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.


Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ