Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 2:24 - Изге Яҙма

24 Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйҙәр? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 2:24
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә – бер нәмә лә эшләмәгеҙ.


Алты көн эшләһендәр, етенсе көн – шәмбе, ял көнө, Раббыға бағышланған изге көн. Шәмбе көнө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителергә тейеш.


Шулай эшләгән, яҡшы ғәмәлдәр ҡылған, Шәмбе көндәрҙе тотҡан, уны нәжесләмәгән, Һәр төрлө яуызлыҡтан тыйылған кеше ниндәй бәхетле!»


Сөнки Раббы былай ти: «Шәмбе көндәремде тотҡан, Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға


Раббы юлына ҡушылған, Уға хеҙмәт иткән, Уның исемен яратҡан, Уның ҡолона әйләнгән сит ил кешеһен, Шәмбе көнөн тотҡан, Уны нәжесләнеүҙән һаҡлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған һәр кемде


Шәмбеләремде аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, Изге көнөмдә үҙ файҙаңды ҡайғыртмаһаң, Шәмбе көнөн „ҡыуаныс“ тип, Раббының изге көнөн „хөрмәтле“ тип һанаһаң; Көндәлек эшең менән булышмай, Табыш артынан ҡыумай, Буш һүҙ һөйләмәй, ихтирам итһәң,


Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр.


Фарисейҙарға ҡараған ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырғанын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табында ашай ала? – тинеләр.


Ғайса уларҙан: – Мохтаж сағында, үҙе һәм уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡығанығыҙ юҡмы ни? – тип һораны. –


«Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?» – тип уйланы.


Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ