Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 16:1 - Изге Яҙма

1 Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм Саломия, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 16:1
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һуңынан үҙ хеҙмәтендәге табиптарға атаһының мәйетен бәлзәмләргә әмер бирҙе. Табиптар Исраилды бәлзәмләргә кереште.


Уны иҫән сағында үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында ҡаяла уйҙырған төрбәгә ҡуялар. Уны төрлө хуш еҫле матдәләр, еҫле майҙар тултырылған ятаҡҡа һалалар, уның хөрмәтенә ҙур итеп усаҡ яндыралар.


Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.


Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне.


Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуп менән Йосестың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе ла бар ине.


Байрамға әҙерлек көнө, йәғни шәмбе көнө алды ине. Кис етеп килгәндә Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы, сығышы менән Аримаҫаянан булған Йософ – ул да Алла Батшалығы килеүен көтә ине – Пилатос янына баҙнат итеп инеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны.


Ә магдалалы Мәрйәм менән Йосестың әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо.


Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән, улар ҡәбер янына килде.


Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, һис кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны.


Байрамға әҙерләнә торған йома көн ине, шәмбе етеп килә ине.


Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләнеләр. Шәмбе көнө, Муса ҡанунында ҡушылғанса, ял иттеләр.


Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә йүнәлде.


Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клопастың ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине.


Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған кешеләрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилатостан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан төшөрә алырҙар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ