Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 14:72 - Изге Яҙма

72 Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

72 Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

72 Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 14:72
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.


Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.


Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тип яуапланы.


– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә таң әтәсе ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине уға Ғайса.


Әммә Петрус: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.


Ә Петрус: – Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.


Әммә Петрус уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.


Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы.


Алла ихтыяры менән көйөнөү ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү үлемгә илтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ