57 Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп:
– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне.
– Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!
Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне.
– Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.
Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе!