Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 13:14 - Изге Яҙма

14 Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Ә инде һеҙ «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 13:14
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.


Раббы Хаким былай ти: «Йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙан береһе лә, хатта улар Исраил халҡы араһында йәшәһә лә, Изге торлағыма инмәһен».


Уның ғәскәрҙәре, килеп, Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.


Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер.


Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?


Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы? – Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм тыңлаған, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле, сөнки ул һүҙҙәрҙең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашты.


Бында зирәклек кәрәк. Аҡылы булған кеше януарҙың һанын иҫәпләп сығарһын, сөнки ул – кеше һаны. Был һан – алты йөҙ алтмыш алты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ