Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 12:7 - Изге Яҙма

7 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

7 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 12:7
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


– Үлтереп һыу соҡорона ырғытайыҡ та, ҡырағай януар ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.


Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән.


Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып, китеп барҙылар.


Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән.


Уны тотоп үлтергәндәр ҙә йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып ташлағандар.


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.


Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ