Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 12:17 - Изге Яҙма

17 – Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Ғайсаның яуабына уларҙың һушы китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 – Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Улар Ғайсаның яуабына хайран ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 – Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Ғайсаның яуабына уларҙың һушы китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 12:17
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.


барыһын да ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.


Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да яуызлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, сөнки һеҙ үле инегеҙ, инде хәҙер яңы тормошҡа эйәһегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм ағзаларығыҙҙы тәҡүәлек ҡоралы итеп, Аллаға тапшырығыҙ.


Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма;


Шуға һеҙҙән, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына үтенәм: үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килерлек тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ. Был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.


Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.


Улар, быны ишетеп, хайран ҡалдылар. Шунан Уны ҡалдырып киттеләр.


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат».


Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.


Улым, йөрәгеңде миңә йүнәлт, минең юлдарыма күҙ һал.


Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде. Артынан эйәреп килгән кешеләргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең Исраил халҡы араһында был тиклем көслө иманға эйә булған берәүҙе лә осратҡаным юҡ.


– Ҡайсарҙыҡы, – тинеләр. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса.


Уға динар бирҙеләр. Ғайса уларҙан: – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны. – Ҡайсарҙыҡы, – тине тегеләр.


Ғайса уларға: – Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ