Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 12:1 - Изге Яҙма

1 Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Ғайса уларға ҡисса һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған һәм, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, үҙе сит яҡҡа китеп барған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 12:1
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул көндө мең шекел көмөш торорлоҡ мең йөҙөм ағасы үҫкән урындар сәнскәк һәм билсән менән ҡапланыр.


Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?


Шунда мин былай тинем: – Эй Хакимым Раббым! Был кешеләр минең хаҡта: «Ул тик йомаҡ ҡына ҡойған бер әҙәм түгелме ни?» – тиҙәр.


Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне: – Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан.


– Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән.


Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.


Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән.


Күктәр Батшалығы ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып китер алдынан, хеҙмәтселәрен саҡырып, үҙенең мал-мөлкәтен уларға ышанып тапшырған.


Шуға күрә Ғайсаға: – Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.


Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора.


Ғайса уларҙы Үҙенең янына саҡырып алды ла кинәйәле һүҙҙәр менән ошоларҙы һөйләне: – Нисек итеп Иблис Иблисте ҡыуып сығарһын?


Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләрҙе аңлатты:


Бер нисә көн үткәс, кинйә улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ илгә сығып киткән һәм, унда аҙып-туҙып, булған байлығын бөтөргән.


Ғайса былай тине: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан.


Улар Ғайсанан: – Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.


Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар, «ҡарап та, күрмәһендәр, тыңлап та, аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.


Сүлдә йыйылған халыҡ менән дә ул – Муса булған; Синай тауында ата-бабаларыбыҙға фәрештә әйткән һүҙҙәрҙе еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ