Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 1:14 - Изге Яҙма

14 Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 1:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Төрмәлә ултырған Яхъя Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.


Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шуға күрә Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине.


Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға юлланды.


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы.


Шуға күрә Һируд, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә япты.


Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды.


Алла Батшалығын арағыҙҙа йөрөп вәғәзләүемде ишеткәндәрегеҙҙең береһе лә мине бүтәнсә күрмәҫен хәҙер инде беләм.


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.


Мәсих килгәс, һеҙгә – Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ