Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 3:15 - Изге Яҙма

15 Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 3:15
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай ҙа быны һиҙҙермәне, өйө яғына ыңғайланы. Дуҫтары менән ҡатыны Зерешты саҡырып,


Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүп гонаһ ҡылманы – Аллаға ғәйеп ташламаны.


Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.


Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.


Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң, Ҡабат аяҡҡа баҫырһың. Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу!


Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.


Уларҙы ҡараңғылыҡтан, Шомло ҡараңғылыҡтан сығарҙы, Бығауҙарын селпәрәмә өҙҙө.


Уң яғыма ҡара ла күр, Бер кем дә мине һанламай. Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы, Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ.


Бур осраһа, дуҫлашаһың, Зинасыларға юлдаш булаһың.


Ҡотҡар мине дошмандарымдан, эй Аллам, Миңә һөжүм иткәндәрҙән һаҡла.


Һин, Алла, әүәлдән минең Батшам, Ер йөҙөнә ҡотолоу алып киләһең.


Мәңгелек харабаларға табан атла, Күр, дошман Изге торлағыңдағы бар нәмәне ватҡан.


Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ! Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор!


Боҙоҡ әҙәм башҡа яуыздарҙың байлығын көҫәр, тәҡүә әҙәмдең тамыры үҫенте бирер.


Ер йөҙөндә тағы бер мәғәнәһеҙлек бар: яманға тейеш яза тәҡүә кешенең башына төшә, ә тәҡүәгә лайыҡ игелекте ямандар үҙләштерә. Мин: «Был да фани!» – тинем.


Ғүмере танау тишегендәге һулыш ҡына булған Әҙәм балаһына өмөт бағлауҙан төңөл. Уның ниндәй ҡиммәте бар?


Шунан Минең исемемә бағышланған ошо йортҡа килеп, хозурыма баҫаһығыҙ ҙа: „Беҙ ҡотолдоҡ!“ – тиһегеҙ. Бындай ерәнгес эштәрегеҙҙе дауам итер өсөнмө?


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.


Һүҙҙәрегеҙ менән Раббыны йонсотһағыҙ ҙа: «Нимә менән беҙ Уны йонсотабыҙ?» – тиһегеҙ. «Золом ҡылған һәр кем Раббы өсөн яҡшы, Раббы ундайҙар менән риза», – тигән һүҙҙәрегеҙ, «Ҡайҙа икән ул хаҡ хөкөмлө Алла?» – тип әйтеүегеҙ менән йонсотаһығыҙ.


– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.


Билдәләнгән көндө Һируд, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында телмәр тотто.


Әммә Петрус: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана ишектән иреңде ерләгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.


Ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан саҡҡандан үлде.


Унда ата-бабаларығыҙ Мине һынаны һәм ҡылған эштәремде ҡырҡ йыл буйына күрҙе.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ