Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 1:2 - Изге Яҙма

2 – Мин яраттым һеҙҙе, – ти Раббы. – Ә һеҙ: «Һинең яратыуың нимәлә һуң?» – тип һорайһығыҙ. Ғаяз Яҡуптың ағаһы түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Мин Яҡупты яраттым,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Мин яраттым һеҙҙе, – ти Раббы. – Ә һеҙ: «Һинең яратыуың нимәлә һуң?» – тип һорайһығыҙ. – Ғаяз Яҡуптың ағаһы түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Мин Яҡупты яраттым,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Мин яраттым һеҙҙе, – ти Раббы. – Ә һеҙ: «Һинең яратыуың нимәлә һуң?» – тип һорайһығыҙ. Ғаяз Яҡуптың ағаһы түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Мин Яҡупты яраттым,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 1:2
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине.


Тәүгеһе донъяға ҡып-ҡыҙыл һәм йәнлек тиреһе һымаҡ йөнтәҫ булып тыуҙы; уға Ғаяз тип исем ҡуштылар.


Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине.


Исхаҡ, ҡаушауынан ҡалтыранып: – Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? – тип һораны. – Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.


«Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелек милек итеп һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте.


Һиңә илтифат менән ҡараған, Исраил тәхетенә батша итеп ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Раббы Исраилға булған мәңгелек тоғро мөхәббәте хаҡына, хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын, тип һине батша итеп ҡуйған.


Шунан: – Ҡайһы юлдан барайыҡ? – тип һораны. – Эдом сүле юлынан, – тип яуап ҡайтарҙы Йорам.


Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға, Һине яратҡанға күрә, Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе, Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен.


Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».


Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?


Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.


Раббы миңә алыҫтан күренеп былай тине: «Мин һине яратам, Исраил, Минең һөйөүем мәңгелек, Шуға күрә һиңә тоғро булып ҡалам.


Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн,


Һүҙҙәрегеҙ менән Раббыны йонсотһағыҙ ҙа: «Нимә менән беҙ Уны йонсотабыҙ?» – тиһегеҙ. «Золом ҡылған һәр кем Раббы өсөн яҡшы, Раббы ундайҙар менән риза», – тигән һүҙҙәрегеҙ, «Ҡайҙа икән ул хаҡ хөкөмлө Алла?» – тип әйтеүегеҙ менән йонсотаһығыҙ.


Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.


Минең бойороғом шул: Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ.


ләкин Раббы бары тик аталарығыҙҙы ғына яҡын күрҙе һәм яратты. Бөгөн күргәнегеҙсә, бар халыҡтар араһынан һеҙҙе, уларҙың тоҡомон, һайлап алды.


Әммә Аллаң Раббы Билғамды тыңларға теләмәне, ҡарғышты фатихаға әүерелдерҙе, сөнки Аллаң Раббы һеҙҙе ярата.


Ысынлап та, Ул халыҡтарҙы ярата! Бөтә изгеләр – Уның ихтыярында. Улар, аяҡ осона ҡапланып, Уның әйткәндәрен тыңлай.


Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ