Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 1:3 - Изге Яҙма

3 Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Теофилос, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Феофил, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Теофилос, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 1:3
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә, Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир».


Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.


Вәғәзсе аҡыллы кеше ине. Ул үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтте, бик күп хикмәтле нәмәләр хаҡында фекер йөрөтөп, уларҙы тупланы.


Арабыҙҙа булып уҙған ваҡиғаларҙы күптәр хикәйәләй башланы.


Мин һиңә, Теофилос, беренсе китабымда Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе.


Петрус уларға баштан башлап ентекләп аңлатып бирҙе:


Шуға күрә, башҡа халыҡтар араһынан Аллаға килгән кешеләргә ҡыйынлыҡ тыуҙырырға тейеш түгелбеҙ, тип һанайым.


Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы менән бер нисә кешене һайлап, уларҙы һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Барнабас һәм Паулус менән бергә ебәрергә булдыҡ.


Изге Рух ихтыяры менән беҙ һеҙҙе түбәндәге талаптарҙан башҡа бер нәмә менән дә борсомаҫҡа ҡарар иттек:


Унда бер аҙ ваҡыт булғандан һуң, Паулус юлға сыҡты, Галатия һәм Фругия ерҙәре аша уҙып, барса шәкерттәрҙе иманда нығытты.


«Клаудиус Лусиастан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!


– Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. –


– Мөхтәрәм Фестус, – тине Паулус. – Мин аҡылдан шашманым, мин айыҡ аҡыл менән хәҡиҡәт һүҙҙәре һөйләйем.


Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.


Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк булыр ине – был минең фекерем һәм миндә лә Алла Рухы бар тип уйлайым.


Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ