Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 8:15 - Изге Яҙма

15 Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Муса үгеҙҙе салып, ҡанын алды ла бармағы менән ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һәр яҡлап һөртөп, ҡорбан усағын пакланы. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте һәм нәжеслектән арындырып уны шул рәүешле изгеләндерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 8:15
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаһиндар уларҙы сала, бөтә Исраилды гонаһтарынан паклар өсөн, уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирпә, сөнки батша тотош яндырыу менән гонаһ ҡорбанын бөтә исраилдар өсөн килтерергә ҡушҡан була.


Яңылышлыҡ менән йәки белмәйенсә гонаһ ҡылғандар өсөн ай һайын, айҙың етенсе көнөндә лә шулай эшлә. Ҡорамды шулай паклаясаҡһығыҙ.


Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.


Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары, ҡаһиндар, уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Һарун Иң мөҡәддәс урынды, Осрашыу сатырын, ҡорбан усағын паклау йолаһын башҡарғандан һуң, тере тәкәне килтерһен.


Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны Осрашыу сатыры ауыҙында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар – малдың ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанына бармағын манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡтың төбөнә түкһен.


Ҡаһин, бармағын ҡорбандың ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡ төбөнә түкһен.


Шунан һуң ҡанды Раббы хозурында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.


Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.


Левиҙәр ҡулдарын башмаҡтарҙың башына һалһын. Артабан левиҙәрҙе пакландырыу өсөн бер башмаҡты – гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға килтер.


Беҙ Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа, Алла Үҙ Улының үлеме аша беҙҙе Үҙе менән яраштырҙы. Беҙ инде Алла менән татыулашҡанбыҙ икән, әлбиттә, Уның Улының тормошо аша ҡотоласаҡбыҙ.


һәм, Ғайса Мәсих арҡысаҡтағы үлеме менән арағыҙҙағы дошманлыҡты юҡҡа сығарып, ике яҡты ла бер тәндә Алла менән татыулаштырыу ине.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ