Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 7:21 - Изге Яҙма

21 Әгәр ҙә берәйһе нәжес нәмәгә: кеше нәжесенәме, хәрәм малғамы, хәрәм йәнлеккәме ҡағылғандан һуң Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, был кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Әгәр ҙә берәйһе нәжес нәмәгә: кеше нәжесенәме, харам малғамы, харам йәнлеккәме ҡағылғандан һуң Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, был кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Әгәр ҙә берәйһе нәжес нәмәгә: кеше нәжесенәме, хәрәм малғамы, хәрәм йәнлеккәме ҡағылғандан һуң Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, был кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 7:21
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.


Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр.


Шуға күрә әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Итте ҡаны менән ашайһығыҙ, боттарығыҙға табынаһығыҙ, ҡан түгәһегеҙ. Шунан һуң да ерҙе биләмә итеп алырға өмөтләнәһегеҙме?


Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ!


Дүрт аяҡта йөрөгән һәм ҡанатлы бөжәктәрҙең барыһы ла һеҙҙең өсөн ерәнгес.


Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын.


Һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин Исраил халҡына: «Һис бер йән эйәһенең ҡанын еймәгеҙ», – тинем. Сөнки һәр йән эйәһенең йәне – ҡанында. Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Бындай әшәкелектәрҙе ҡылған һәр кем, быны эшләгән һәр кеше, халҡы араһынан ҡыуылыр.


Уны ашаған кеше ғәйебе өсөн яза алыр, сөнки ул Раббының изгеһен бысратты, шуға күрә халҡы араһынан ҡыуылыр.


Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.


Әйт уларға: быуындан-быуынға тоҡомоғоҙҙан берәйһе Исраил халҡының Раббыға бағышлаған изге әйберҙәренә нәжес килеш яҡынлаһа, уны хозурымдан алып ташлаясаҡмын. Мин – Раббы.


Һарун тоҡомонан берәй кеше тире ауырыулы, йәки ағынтылы булһа, таҙарынғанға тиклем изге ризыҡты ашамаһын. Үләкһәгә тейгән өсөн нәжес һаналған берәй нәмәгә ҡағылған, мәнейе аҡҡан,


Был көндө нәфсеһен тыймаған һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Әммә берәй әҙәм нәжес хәлендә Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр.


Әгәр кем дә булһа берәү Раббыға ут ҡорбаны булараҡ килтерелгән малдың майын ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Нәжес кеше ҡағылған һәр нәмә нәжес булыр; ул әйберҙәргә ҡағылған кеше лә кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ә йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булмағандарын ашамағыҙ, улар һеҙҙең өсөн хәрәм.


Был көндө Шаул бер нәмә лә өндәшмәне: «Моғайын, Дауыт берәй хәлгә юлыҡҡандыр. Эйе, шулайҙыр, ул үҙен нәжесләгәндер», – тип уйланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ