Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 6:18 - Изге Яҙма

18 Һарун нәҫеленән булған һәр ир заты уны ашай ала. Раббы өсөн ут ҡорбандарынан уларға быуындан-быуынға мәңгелек өлөш булыр был. Был өлөшкә ҡағылған һәр нәмә мөҡәддәс һаналыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Һарун нәҫеленән булған һәр ир заты ашар уны. Раббы өсөн ут ҡорбандарынан киләсәк быуындар өсөн мәңгелек өлөш был. Әгәр кем дә булһа был өлөшкә ҡағылһа, мөҡәддәс һаналыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Һарун нәҫеленән булған һәр ир заты уны ашай ала. Раббы өсөн ут ҡорбандарынан уларға быуындан-быуынға мәңгелек өлөш булыр был. Был өлөшкә ҡағылған һәр нәмә мөҡәддәс һаналыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 6:18
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ете көн ҡорбан усағын пакландыр һәм изгеләндер, шулай итеп ҡорбан усағы изгеләрҙән-изге булыр. Уға ҡағылған бөтә нәмә лә изгегә әйләнер.


Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.


Ҡулын тәкәнең башына ҡуйып, уны Раббы хозурында – тотош яндырыу ҡорбандарын сала торған урында, Раббы ҡаршыһында боғаҙлар. Был – гонаһ ҡорбаны.


Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен.


Ул кеше ҡулын гонаһ ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны тотош яндырыу ҡорбанын сала торған урында боғаҙлаһын.


Ҡаһин етен кейемен, етен ыштанын кейһен. Ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанынан ҡалған көлдө алып, усаҡтың эргәһенә өйһөн.


Ҡорбандың итенә ҡағылған һәр кем һәм һәр нәмә изге һаналыр. Әгәр ҙә ҡаны кейемгә сәсрәһә, уны изге урында йыуырға кәрәк.


Ҡаһин нәҫеленән булған һәр ир заты был итте ашай ала. Ул – изгеләрҙән-изге.


Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге.


Уларҙы иң изге ҡорбан булараҡ ашарһығыҙ. Уны тик ир затынан булғандар ғына ашай ала. Был өлөш һинең өсөн изге булыр.


Раббы Һарунға былай тине: – Миңә килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙы күҙәтеүҙе һиңә тапшырам. Исраилдарҙың бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын мәңгелек өлөш итеп һиңә һәм һинең улдарыңа бирәм.


Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме?


Изге Яҙмала: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», – тип әйтелгән.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ