Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 4:31 - Изге Яҙма

31 Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан арындырыр һәм ул ярлыҡаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 4:31
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Улар Күк Аллаһына хуш килерлек ҡорбандар килтерһендәр һәм, батша менән уның улдарына ғүмер теләп, доға уҡыһындар.


Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.


тәкәне ҡорбан усағында яндыр. Раббы өсөн тотош яндырыу ҡорбаны, Уға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Үҙенең хаҡлығын раҫлар өсөн Раббы Үҙ ҡанунын бөйөк һәм данлы итергә теләне.


Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡалған майҙы иһә таҙарыныусының башына ҡойһон. Шул рәүешле ул Раббы хозурында паклау йолаһын үткәрер.


Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салыр һәм ағынтыһы булған кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.


Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны булған тәкәне тәҡдим итеп, Раббы хозурында уны пакландырыу йолһын башҡарһын һәм ул кешенең гонаһы ярлыҡанһын.


Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Башмаҡтың бөтә майын алып, ҡорбан усағында яндырһын.


Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Бынан һуң ҡаһин икенсе ҡошто, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ҡағиҙәгә ярашлы ғәмәл ҡылыр. Шул рәүешле ҡаһин, гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, ул кешене ҡылған гонаһынан паклар һәм был кеше ярлыҡаныр.


һәм, ҡылған ғәйебенә күрә, гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә – килтерһен. Шул рәүешле ҡаһин гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, уны гонаһынан паклар.


Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тәкәне тулыһынса ҡорбан усағында яндырҙы. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


Ҡаһин бөтә исраилдар йәмғиәтен пакландырыу йолаһын үткәрһен, һәм улар ғәфү ителер, сөнки белмәйенсә хата эшләнеләр; шул хата өсөн улар Раббыға ут ҡорбаны һәм Раббы хозурында гонаһ ҡорбаны килтерҙеләр.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.


Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.


Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ