Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 4:18 - Изге Яҙма

18 Шунан ҡаһин Осрашыу сатырында Раббы ҡаршыһындағы хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә ҡан һөртһөн. Ҡандың ҡалғанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Шунан ҡаһин Осрашыу сатырында Раббы ҡаршыһындағы хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә ҡан һөртһөн. Ҡандың ҡалғанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Шунан ҡаһин Осрашыу сатырында Раббы ҡаршыһындағы хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә ҡан һөртһөн. Ҡандың ҡалғанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 4:18
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына үгеҙҙәрҙе салалар, ҡаһиндар, ҡанын алып, ҡорбан усағына һирпә, һарыҡ тәкәләрен салалар һәм ҡорбан усағына ҡанын һирпәләр; һарыҡ бәрәстәрен салып, ҡорбан усағына ҡанын һирпәләр.


Ҡанына бармағыңды манып ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрт, ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түк.


Йылына бер тапҡыр Һарун ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен гонаһ ҡорбанының ҡаны менән пакландырһын. Быуындан-быуынға йылына бер тапҡыр ҡорбан усағын пакландырыу йолаһын башҡарырға кәрәк. Был ҡорбан усағы – Раббы өсөн изгеләрҙән-изге.


Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанына бармағын манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡтың төбөнә түкһен.


Ҡаһин, бармағын ҡорбандың ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡ төбөнә түкһен.


Ҡаһин, бармағын гонаһ ҡорбанының ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ә ҡалған ҡанын усаҡтың төбөнә түкһен.


Шунан һуң ҡанды Раббы хозурында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен.


Гонаһ ҡорбанының бер аҙ ҡанын ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпер, ҡандың ҡалғанын усаҡтың төбөнә ағыҙыр. Был – гонаһ ҡорбаны.


Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.


Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе.


Улдары ҡорбандың ҡанын алып, аталарына бирҙе. Һарун, бармағын ҡанға манып, ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрттө, ҡандың ҡалғанын усаҡ төбөнә түкте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ