Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 26:42 - Изге Яҙма

42 шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

42 шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

42 шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 26:42
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Раббы Исхаҡҡа күренеп: – Барма Мысырға, – тине. – Мин күрһәткән ерҙә йәшә.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


атайың Ибраһимдың Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!


Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа, Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.


һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ.


Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.


Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр.


Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө.


Әле иһә, Исраил халҡының Мысыр ҡоллоғо аҫтында иңрәгәнен ишетеп, килешеүемде иҫкә төшөрҙөм.


Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


Әммә Мин, һинең менән йәш сағыңда төҙөгән килешеүҙе иҫтә тотоп, һинең менән мәңгелек килешеүҙе тергеҙәсәкмен.


Шул заманда Раббы, Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.


Шулай Алла ата-бабаларыбыҙға шәфҡәт күрһәтә, Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе –


Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты иҫкә ал. Һин был халыҡтың тиҫкәрелегенә, яуызлығына һәм гонаһтарына ҡарама.


Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ