Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 26:36 - Изге Яҙма

36 Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

36 Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышына ла өркөп ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 26:36
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.


Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең.


Герар тирәһендәге ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ Раббы дәһшәтенән ҡурҡып ҡалғанлыҡтан, йәһүҙиҙәр был ҡалаларҙы емереп, талап, бик күп яумал алып китә.


Мине – бер өҙөлгән япраҡты – ҡурҡытмаҡсыһыңмы, Ҡоро һаламды ҡыуалап йөрөтмәксеһеңме?


Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Села


Әммә Алла миңә ярҙам итер, Бөйөк Хаким йәнемә таяныс булыр.


Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.


Бер кеше янаһа, мең кеше ҡасыр, Биш кеше янаһа, бөтөнөгөҙ ҡасыр; Ә тере ҡалғандар тау башындағы ҡолға, Түбәләстәге байраҡ һымаҡ яңғыҙ ҡалыр».


Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.


Уға әйт: «Абай бул, әммә борсолма, ҡурҡма! Йөрәгең был төтәп ятҡан ике торонбаш – арамиҙар батшаһы Ресин менән Ремалъяһ улының асыу утынан шөрләмәһен!


Хатта һеҙ халдейҙарҙың үҙегеҙ менән һуғышҡан бөтә ғәскәрен тар-мар итеп, сатырҙарында бары тик яралылары ғына ҡалһа ла, улар, сатырҙарынан сығып, ҡаланы яндырып бөтөр ине».


Ул күптәрҙе һөрөндөрҙө, Бер-береһенең өҫтөнә ҡоланылар, „Тороғоҙ, иҙеүсенең ҡылысынан ҡасып, Тыуған ергә, үҙ халҡыбыҙға ҡайтайыҡ“, – тинеләр.


Ауыр ҡоллоҡ, ғазап сиккән Йәһүҙә Инде һөргөнгә ҡыуылды. Ят ҡәүемдәр араһында төйәкләнде, Тик унда ла тынғылыҡ тапманы. Хәсрәт уртаһында уны Эҙәрләүселәре ҡыуып тотто.


Сион-ҡыҙҙың барлыҡ күркәмлеге юҡҡа сыҡты. Юлбашсылары утлау тапмаған болан һымаҡ, Хәлдән тайып ҡаса, Аусы уларҙы ҡыуып етә.


Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.


Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!


Шуға күрә йөрәктәре хәлһеҙләнер, Абынып йығылғандар күп булыр. Бөтә ҡапҡалар янына Дәһшәтле ҡылыс ҡуйҙым. Ул йәшен кеүек ялтлаһын өсөн эшләнгән, Үлтерер өсөн ҡайралған.


Улар һинән: «Ниңә иңрәйһең?» – тип һорағанда, «Килә ятҡан ҡурҡыныс хәбәр арҡаһында, – тип яуапла. – Ул килгәс, һәр бер йөрәк хәлһеҙләнәсәк, бөтә ҡулдар һәленәсәк, рухтар төшәсәк, тубыҡтар ҡалтыраясаҡ. Бына шул яҡынлаша, һәм ул ғәмәлгә ашасаҡ. Раббы Хаким шулай тип белдерә».


Исраил яҡшылыҡты инҡар итте – Дошман эҙәрләр уны.


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Һеҙ бында йәшәгәндә ял итмәгән шәмбе йылдары өсөн рәхәтләнәсәк ул.


Был тауҙарҙа йәшәгән әмөриҙәр һеҙгә ҡаршы сыҡты һәм бал ҡорттары һымаҡ баҫтырҙы, Сеғирҙан Хормаға тиклем һеҙҙе ҡыйратып һалды.


Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.


Ғай халҡы исраилдарҙы ҡала ҡапҡаһынан алып таш сығара торған урынға тиклем баҫтырып килде һәм утыҙ алты кешене үлтерҙе. Бынан һуң исраилдарҙың йөрәктәре алынды, улар ҡурҡыуға ҡалды.


Был кешене күреү менән, бөтә исраилдар, ҡоттары осоп, унан ҡаса башланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ