Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 26:30 - Изге Яҙма

30 Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 26:30
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡындағы аһ-зар Раббыға ишетелде, шуға күрә Раббы беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.


Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе.


Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ.


Шунан Йошияһ тирә-яҡты байҡаны һәм тауҙағы ҡәберҙәрҙе күреп ҡалды. Кеше ебәртеп, ундағы һөйәктәрҙе сығартты һәм, уларҙы ҡорбан усағы өҫтөндә яндырып, усаҡты нәжесләне. Шул рәүешле Раббының Алла бәндәһе аша белдерелгән һүҙе ғәмәлгә ашты.


Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы бөтә ҡаһиндарҙы ҡорбан усаҡтарында сәнсеп үлтерҙе һәм ҡорбан усаҡтарында кеше һөйәктәрен яндырҙы. Шунан Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.


Батша Йәһүҙә ҡалаларынан бөтә ҡаһиндарҙы килтертте, Гевағтан алып Беер-Шәвәғкә тиклем был ҡаһиндар хуш еҫ төтәткән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне; ҡала ҡапҡаһынан һулдағы, ҡала башлығының исеме менән аталған Йеһошуағ ҡапҡаһы янындағы табыныу урынын емерҙе.


Шунан һуң бөтә халыҡ барып, Бәғелдең ҡорамын емерә. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын ваталар; Бәғел ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерәләр.


Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә.


Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.


Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.


Йәһүҙәнән Һин бөтөнләй баш тарттыңмы? Күңелеңә нәфрәтлеме Сион? Ниңә беҙгә төҙәлмәҫлек яра һалдың? Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне; Шифа тапмаҡсы инек, әммә ҡазаға дусар булдыҡ.


Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы.


Мин һине уйнаштарыңдың ҡулына тапшырам. Улар убаларыңды емерерҙәр, табыныу ҡалҡыулыҡтарыңды туҙҙырырҙар. Өҫтөңдәге кейемеңде йыртып бырғарҙар, биҙәнгестәреңде тартып алырҙар, һине яланғас, шәп-шәрә килеш ҡалдырырҙар.


Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.


Уларҙың үлектәре боттары араһында, ҡорбан усаҡтары тирәһендә, һәр бер табыныу ҡалҡыулығында, тау түбәләрендә, суҡ япраҡлы һәр ағас, тарбаҡлы һәр имән аҫтында, боттарына арнап хуш еҫ төтәткән һәр урында аунап ятыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде – Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар: Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар, Табыныу бағаналарын емерер.


Мин алдығыҙҙан ҡыуып ебәрәсәк халыҡтарҙың йолаларын тотмағыҙ, сөнки улар ошоларҙы ҡылды. Шуға күрә Мин уларға нәфрәтләндем.


Торлағымды арағыҙҙа ҡорормон, күңелем һеҙҙән ҡайтмаҫ.


күрһәтмәләремде кире ҡаҡһағыҙ, ҡағиҙәләремде инҡар итһәгеҙ һәм килешеүҙе боҙоп, бойороҡтарымды тыңламаһағыҙ,


Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».


Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.


Быны күреп, Раббы асыуланды, Улдары һәм ҡыҙҙарынан Ул ваз кисте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ