Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 26:28 - Изге Яҙма

28 Мин дә асыуланып, һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Мин дә асыуланып һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Мин дә асыуланып, һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 26:28
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәлгәштәре диңгеҙгә үрелде, Тармаҡтары Евфратҡаса барып етте.


Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын.


Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер. Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр, Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ, Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирәсәк.


«Һыҡҡыста йөҙөмдө бер яңғыҙым һыҡтым; Янымда халыҡтарҙан һис кем юҡ ине. Асыу менән тапаным уларҙы, Дәһшәтләнеп-ярһып тапаланым. Ҡандары кейемемә сәсрәне; Бөтөн өҫ-башымды бысратты.


Бына ҡара! Раббы ут эсендә килә, Уның яу арбалары ҡойон шикелле. Ул ярһып асыуын түгер, Ажарын ут һымаҡ сәсер.


Ҡөҙрәтле ҡулымды һуҙып, асыу, ярһыу һәм тәрән нәфрәт менән һеҙгә ҡаршы Үҙем һуғышасаҡмын.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы.


Шул сағында ғына уларға булған асыуым бөтәсәк, ярһыуымды түккәндән һуң Мин ҡәнәғәтләнермен. Ярһыуымды өҫтәренә бушатҡас, Мин Раббы быны көнсөллөгөм арҡаһында эшләгәнемде белерҙәр.


Асыуланып һәм ярһып, ҡаты язалар менән һине хөкөм иткән сағымда тирә-яғыңдағы халыҡтар араһында мәсхәрә, хурлыҡ, ғибрәт һәм дәһшәт өлгөһө буласаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны.


Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.


Мин Үҙем һеҙгә ҡаршы булырмын һәм гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.


Ошоларҙың бөтәһенән һуң да тыңламайынса, Миңә ҡаршы барһағыҙ,


шуның өсөн Минең уларға ҡаршы тороуымды һәм дошмандары еренә ҡыуғанымды төшөнөрҙәр. Әгәр шул саҡ сөннәтләнмәгән йөрәктәре күндәмләнеп, гонаһтарының әжерен алһалар,


Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.


Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ