Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 26:22 - Изге Яҙма

22 Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 26:22
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Баштараҡ улар Раббыға ғибәҙәт ҡылмай ине. Шуға күрә Раббы уларға арыҫландар ебәреп, ул йыртҡыстар кешеләрҙе үлтерә ине.


Ильясиғин артына боролоп ҡараны ла балаларҙы Раббы исеме менән ҡарғаны. Шул саҡ урмандан ике инә айыу килеп сыҡты ла балаларҙың ҡырҡ икеһен ботарлап ырғытты.


Ул дәүерҙә юлға сығыу ҡурҡыныс ине, килгәнгә лә, киткәнгә лә именлек булманы, ерҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҡуҙғыны.


Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.


Оло юлдар бушап ҡалды; сәфәр ҡылыусы юҡ. Килешеү боҙолдо, шаһиттар кире ҡағылды, Кешенең баһаһы бөттө.


Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.


Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.


Сионға илткән юлдар йәш түгә: Инде байрамдарға килеүсе юҡ, Бөтә ҡапҡалары бушап ҡалды. Уның ҡаһиндары ыңғыраша, ҡыҙҙары – ҡайғыла, Үҙе лә ғазап эсендә Йәрүсәлим.


Әгәр ҙә Мин был илгә ҡырағай хайуандар ебәрһәм һәм улар уны кешеһеҙ ҡалдырһа, ил бушлыҡҡа әйләнһә, йыртҡыстар арҡаһында бер кем үтеп-һүтеп йөрөмәҫ хәлгә төшһә,


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм, тәкәббер ҡеүәтен юҡҡа сығарам, Исраил тауҙары бушап ҡаласаҡ, уларҙан һис кем йөрөмәйәсәк.


Өҫтөгөҙгә аслыҡ һәм йыртҡыс хайуандар ебәрермен. Улар һеҙҙе балаһыҙ ҡалдырыр. Ҡалала ҡырғын һәм үлем хөкөм һөрөр. Мин һеҙгә ҡаршы ҡылыс күндерермен. Мин, Раббы, әйттем быны».


Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Уларҙы ғәрәсәт кеүек үҙҙәре белмәгән-күрмәгән ҡәүемдәр араһына тараттым». Уларҙан һуң ер бушап ҡалды, килгән-киткән кеше бөттө. Ниндәй күркәм ерҙәр бушлыҡҡа әйләнде.


Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен.


Ғанаҫ улы Шамгар дәүерендә, Яғыл заманында юлдар бушап ҡалды, Юлсы урауҙан йөрөргә мәжбүр булды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ