Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 25:39 - Изге Яҙма

39 Әгәр ҙә берәй ҡәрҙәшең ярлыланһа һәм һиңә ҡоллоҡҡа һатылһа, уны ҡол кеүек эшләргә мәжбүр итмә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

39 Әгәр ҙә берәй ҡәрҙәшең ярлыланһа һәм һиңә ҡоллоҡҡа һатылһа, уны ҡол кеүек эшләргә мәжбүр итмә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

39 Әгәр ҙә берәй ҡәрҙәшең ярлыланһа һәм һиңә ҡоллоҡҡа һатылһа, уны ҡол кеүек эшләргә мәжбүр итмә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 25:39
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәне. Улар батшаға һуғышсылар, ярандар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итте.


Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.


Хәҙер һеҙ Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡының ирҙәрен һәм ҡатын-ҡыҙҙарын үҙегеҙгә ҡол итергә йыйынаһығыҙ. Ә Аллағыҙ Раббы алдында үҙегеҙҙең ғәйептәрегеҙ юҡмы ни?


Башҡа йәһүд туғандарыбыҙ ниндәй ҡамырҙан яһалһа, беҙ ҙә шул уҡ ҡамырҙан әүәләнгәнбеҙ; беҙҙең балаларыбыҙ ҙа уларҙың балалары кеүек. Ә бына беҙ үҙ улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡоллоҡҡа бирергә тейешбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһылары ҡоллоҡҡа төштө лә инде. Ә беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ ҙа, йөҙөм баҡсаларыбыҙ ҙа башҡалар ҡулында, – тинеләр.


Исраил халҡының бөтә ғүмере интектергес әсе эштән ғибәрәт булды: улар балсыҡ баҫты, кирбес һуҡты, ҡырҙа бил бөктө, башҡа төрлө эштәр башҡарҙы – һис йәлләп торманылар уларҙы.


ғивриҙе ҡол итеп алаһың икән, ул һиңә алты йыл эшләһен, етенсе йылына уны, йолом түләтмәйенсә, иреккә ебәр.


Бабилдар ҙа күп ҡәүемдәргә, бөйөк батшаларға ҡол булырҙар. Ҡылған ғәмәлдәренә күрә Мин уларға тейешле әжерен бирермен».


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


– Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – муйыныңдағы ҡалыбыңды һындырам, бауҙарыңды өҙәм. Бынан ары Яҡуп нәҫеле яттарға ҡол булмаҫ.


„Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.


Сидкияһ батша Йәрүсәлимдәге бөтә халыҡ менән ҡолдарҙы иреккә сығарыу тураһында килешеү төҙөгәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.


Был килешеү буйынса һәр кем ғивриҙәрҙән булған ир һәм ҡатын ҡолдарын азат итергә, йәһүҙи ҡәрҙәшен ҡол итеп тотмаҫҡа тейеш ине.


Үҙегеҙҙән һуң уларҙы балаларығыҙға мираҫ итеп ҡалдыра алаһығыҙ. Улар һеҙгә ғүмер буйы хеҙмәт итһен, ә ҡәрҙәштәрегеҙ – исраилдарға – аяуһыҙ хакимлыҡ ҡылмағыҙ.


Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ