Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 25:14 - Изге Яҙма

14 Әгәр үҙегеҙҙең халыҡтан берәйһенә ер һатһағыҙ йәки үҙегеҙ һатып алһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Әгәр үҙегеҙҙең халыҡтан берәйһенә ер һатһағыҙ йәки үҙегеҙ һатып алһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Әгәр үҙегеҙҙең халыҡтан берәйһенә ер һатһағыҙ йәки үҙегеҙ һатып алһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 25:14
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта.


Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.


Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.


Байлыҡ арттырыр өсөн ярлыны рәнйетеүсе, байға ришүәт биреүсе бөлгөнлөккә төшөр.


Хаким алйот булған һайын, һалым күп, нахаҡ байлыҡты күрә алмағандың ғүмере оҙон.


Хәйерсене рәнйеткән теләнсе – ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише.


Риба алып байыған әҙәмдең бар малы ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер.


Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.


Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»


Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була.


Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


Яҡыныңды рәнйетмә, уны талама. Ялсыңдың хеҙмәт хаҡын иртәнсәккә тиклем үҙеңдә ҡалдырма.


Ерҙе һатып алғанда, Яңырыу йылынан һуң нисә йыл үткәнен һана. Баҫыуын һиңә һатҡан кеше Яңырыу йылына тиклем нисә йыл буйы был баҫыуҙан уңыш алып буласағын иҫәпләһен.


Бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. Аллаңдан ҡурҡ, сөнки Аллағыҙ Раббы – Мин.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя.


Әммә һеҙ үҙегеҙ рәнйетәһегеҙ һәм алдайһығыҙ, имандаштарыбыҙ тип тә тормайһығыҙ.


Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ