9 Раббы Мусаға былай тине:
Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр.
– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәс, унда ураҡ урғанда уңышығыҙҙың тәүге көлтәһен ҡаһинға килтерегеҙ.
Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбандары килтерегеҙ. Етенсе көндә изге йыйын булһын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.