Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 23:40 - Изге Яҙма

40 Тәүге көндө иң матур ағастарҙың ботаҡтарын, хөрмә япраҡтарын, йылға талының һәм суҡ япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алығыҙ ҙа ете көн буйы Аллағыҙ Раббының хозурында күңел асығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

40 Тәүге көндө иң матур ағастарҙың ботаҡтарын, пальма япраҡтарын, йылға талының һәм суҡ япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алығыҙ ҙа ете көн буйы Раббы Аллағыҙ хозурында күңел асығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

40 Тәүге көндө иң матур ағастарҙың ботаҡтарын, хөрмә япраҡтарын, йылға талының һәм суҡ япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алығыҙ ҙа ете көн буйы Аллағыҙ Раббының хозурында күңел асығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 23:40
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мөҡәддәс ҡорамыңа ҡарап сәждә ҡыламын, Мөхәббәтең һәм тоғролоғоң хаҡына, Исемеңә шөкөрана әйтәм. Сөнки биргән вәғәҙәңде Һин исемеңдән дә өҫтөн ҡуйҙың.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Улар үлән араһында, Ағын һыу буйында үҫкән Тирәк һымаҡ тамыр йәйер.


Йәрүсәлим менән бергә һөйөнөгөҙ, Эй уны яратҡандар, барығыҙ ҙа уның өсөн шатланығыҙ. Йәрүсәлим өсөн йәш түккәндәр, Уның менән бергә ҡыуанығыҙ.


Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә, ерегеҙҙән уңыш йыйған саҡта, Раббы өсөн ете көн буйы байрам яһағыҙ. Беренсе һәм һигеҙенсе көн ял булыр.


Йыл һайын ете көн буйы Раббы хөрмәтенә байрам итәсәкһегеҙ. Был һеҙгә – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. Уны етенсе айҙа байрам итегеҙ.


Бик ҙур халыҡ төркөмө өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә ағастарҙың ботаҡтарын киҫеп һалды.


хөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе, Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» – тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар.


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит.


Үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, үҙ өлөшө һәм биләмәһе булмаған һәм ҡалаларығыҙҙа йәшәгән левиҙәр Аллағыҙ Раббы алдында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.


Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәгән килеш, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ