23 Раббы Мусаға былай тине:
Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта, ситенә тиклем урып бөтөрмәгеҙ, ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм килмешәктәргә ҡалдырығыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
– Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын.
эре йәки ваҡ малдан ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны, әйткән нәҙерҙе үтәү өсөн, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән, йәки байрам уңайынан килтерелә торған ҡорбанды алып килегеҙ. Был ҡорбандарҙың хуш еҫе Раббыға күркәм булыр.
Етенсе айҙың беренсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Был көн һеҙҙә борғо ҡысҡыртыу көнө булһын.