Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 22:20 - Изге Яҙма

20 Зәғиф мал килтермәгеҙ, сөнки бындай ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Зәғиф мал килтермәгеҙ, сөнки бындай ҡорбан һеҙҙән ҡабул ителмәйәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Зәғиф мал килтермәгеҙ, сөнки бындай ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 22:20
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Хаким былай ти: «Беренсе айҙың беренсе көнөндә, кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ ҡорбан итеп, Изге торлаҡты пакла.


Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.


Күкәйе зыянланған, һытылған, өҙөлгән йәки киҫелгән малды Раббыға алып килмәгеҙ. Илегеҙҙә быны эшләргә юл ҡуймағыҙ.


Бындайҙарҙы сит халыҡтарҙан алып ризыҡ саҙаҡаһы булараҡ Аллағыҙға тәҡдим итмәгеҙ, сөнки был хайуан зәғиф, уның кәмселеге бар, ул һеҙҙән ҡабул ителмәҫ.


Әгәр берәйһе татыулыҡ ҡорбаны килтерһә һәм ҡорбанлыҡ эре малдан булһа, Раббы хозурына кәмселекһеҙ үгеҙ йәки орғасы башмаҡ килтерһен.


Әгәр ҙә берәйһе татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал килтерһә, ул кәмселекһеҙ тәкә йәки орғасы мал булһын.


Ҡорбанға тип һуҡыр мал килтереү золом түгелме ни? Ҡорбанға тип аҡһаҡ, ауырыу мал килтереү яҡшы эшме ни? Алып барып ҡара әле ошондайҙы түрәңә – мөрхәтһенерме ул? Илтифат күрһәтерме һиңә? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


– Раббы исраилдарға еткерергә ҡушҡан ҡанундың бер ҡағиҙәһе ошондай булыр: муйынына һис ҡасан ҡалып кейҙерелмәгән кәмселекһеҙ ерән тананы һиңә килтерһендәр.


Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ. Улар кәмселекһеҙ булһын.


Әгәр ул малдың берәй кәмселеге булһа (аҡһаҡмы, һуҡырмы, башҡа төрлө зәғифлеге бармы), ул саҡта был малды Раббыға ҡорбан итеп килтермә.


Аллаң Раббыға ҡорбанға кәмселекле, зәғиф үгеҙ йәки һарыҡ салма, сөнки ул – Аллаң Раббыға ерәнгес.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ