Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 20:8 - Изге Яҙма

8 Күрһәтмәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ, сөнки Мин, Раббы, һеҙҙе Үҙемә айырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Күрһәтмәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ, сөнки Мин Раббы һеҙҙе Үҙемә айырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Күрһәтмәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ, сөнки Мин, Раббы, һеҙҙе Үҙемә айырып алдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 20:8
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һин исраилдарға әйт: «Минең шәмбеләремде һаҡлағыҙ. Шәмбе – Мин, Раббы, һеҙҙе изге булыр өсөн Үҙемә айырып алғанды онотмаһын өсөн, Минең менән һеҙҙең араға быуындан-быуынға ҡуйылған билдә ул.


Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп, уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем.


Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер».


Минең күрһәтмәләремде тот. Төрлө тоҡомло малды тороҡторма, баҫыуыңа ике төрлө орлоҡ сәсмә, өҫтөңә ике төрлө ептән һуғылған кейем кеймә.


Минең бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы ғәмәл ҡылығыҙ. Мин – Раббы.


Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.


Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен.


Изге исемемде хурламағыҙ, Исраил халҡы Минең изгелегемде танырға тейеш. Мин – Раббы, һеҙҙе изге итеүсе.


Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.


Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла йортомо?


Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.


Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.


Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Алла Үҙе – именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләндерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтә булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Беҙ иһә һеҙҙең өсөн, Раббының ҡәҙерлеһе булған имандаштар, һәр ваҡыт Аллаға рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки Рухтың һеҙҙе изге итеүе һәм хәҡиҡәткә ышаныуығыҙ аша ҡотҡарыу өсөн Алла һеҙҙе тәүҙән һайланы.


Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына.


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ