Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 20:26 - Изге Яҙма

26 Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Мин – Раббы изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 20:26
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар.


Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә.


Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.


Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ».


Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»


Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


– Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Үҙегеҙҙе Миңә бағышлағыҙ, изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Күрһәтмәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ, сөнки Мин, Раббы, һеҙҙе Үҙемә айырып алдым.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Йушағ халыҡҡа былай тине: – Һеҙ Раббыға хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Ул – изге Алла. Ул – көнсөл Алла. Ул һеҙҙең тайпылғанығыҙҙы һәм гонаһтарығыҙҙы түҙеп тормаясаҡ.


Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтә яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ