Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 19:26 - Изге Яҙма

26 Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булышмағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булашмағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булышмағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 19:26
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған туҫтаҡ түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», – тип әйт.


Әммә йәне булғанды, йәғни ҡанлы итте, ашамағыҙ.


Ул-ҡыҙҙарын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙылар, сихыр һәм күрәҙәлек менән шөғөлләнделәр. Раббы хуш күрмәгән бөтә был яманлыҡтарҙы ҡылып, Уның асыуын килтерҙеләр.


Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.


Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра.


Фирғәүен иһә үҙенең аҡыл эйәләрен, сихырсыларын саҡырҙы. Улар, был Мысыр сихырсылары, үҙ тылсымдары менән шуны уҡ эшләне:


Сихырсылар ҙа тылсымдары менән шуны эшләне – Мысыр еренә тәлмәрйендәр ебәрҙе.


Раббы былай ти: «Башҡа ҡәүемдәрҙең юлын ҡыумағыҙ, Күктәге улар өрккән билдәләрҙән ҡурҡмағыҙ.


Халдей аҡыл эйәләре батшаға: – Ер йөҙөндә берәү ҙә батшаға уның һорағанын әйтә алмаҫ: быға тиклем бер генә бөйөк һәм ҡөҙрәтле батша ла тылсымсыларға, сихырсыларға, халдей аҡыл эйәләренә бындай һорау биргәне булманы.


Бишенсе йылда иһә ул ағастың емешен ашай алаһығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, уңышығыҙ артҡандан арта барасаҡ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.


Ҡайҙа йәшәһәгеҙ ҙә, бер ниндәй ҡанды ла – ҡоштоҡон да, малдыҡын да – еймәгеҙ.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Киреһенсә, беҙ уларға, ялған илаһтарға ҡорбанға килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға тейешбеҙ.


Тик ҡан ашамағыҙ. Ҡанды һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ.


Тик ҡан ашауҙан һаҡ бул. Ҡан ашама, сөнки ҡан ул – йән, ит менән бергә йән ашама.


Әммә ҡанын ашамағыҙ, уны һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ.


Шуға күрә халыҡ табышҡа ташланды. Ваҡ малмы ул, үгеҙме, быҙаумы – тотоп алалар ҙа ергә һалып боғаҙлайҙар һәм ҡанлы килеш ашайҙар.


Шаулға: – Ана, халыҡ итте ҡанлы килеш ейеп, Раббыға ҡаршы гонаһ эш ҡыла, – тип хәбәр иттеләр. – Гонаһ эш ҡылдығыҙ, – тине Шаул. – Барығыҙ, бында бер ҙур таш тәгәрләтеп килтерегеҙ.


Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ