Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 19:13 - Изге Яҙма

13 Яҡыныңды рәнйетмә, уны талама. Ялсыңдың хеҙмәт хаҡын иртәнсәккә тиклем үҙеңдә ҡалдырма.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Яҡыныңды рәнйетмә, уны талама. Ялсыңдың хеҙмәт хаҡын иртәнсәккә тиклем үҙеңдә ҡалдырма.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Яҡыныңды рәнйетмә, уны талама. Ялсыңдың хеҙмәт хаҡын иртәнсәккә тиклем үҙеңдә ҡалдырма.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 19:13
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең Балаларының күҙ нуры һүнер.


Уның уңышын бушлай ашаһам, Ер эшкәртеүселәрҙең йәнен йонсотһам,


Күләгәгә зарыҡҡан ҡол, Эш хаҡын көткән ялсы һымаҡ ул.


Әгәр ҙә малды йыртҡыс талаған булһа, ҡараған кеше, быны иҫбатлап, малдың ҡалған емтеген күрһәтһен – шунда зыянланған мал өсөн түләмәҫ.


Әгәр ҙә был хәл хужаһының күҙ алдында булһа, зыян ҡаплатылмай, шулай ҙа малды файҙаланған өсөн аҡса түләнгән икән, хужаға башҡаса түләнергә тейеш түгел.


Килмешәкте ҡыҫырыҡлама һәм йәберләмә – үҙегеҙ ҙә Мысыр ерендә килмешәк булдығыҙ.


Әгәр бер кеше икенсеһенә аҡса йәки әйбер һаҡларға биреп тороп, был әйберҙәр уның өйөнән ғәйеп булһа, тотолған осраҡта, уғры урланған әйбер хаҡын икеләтә ҡайтарырға тейеш.


Иңен-буйын, ауырлығын алдап үлсәү – икеһе лә Раббы алдында әшәкелек.


Былай ҙа мохтаж булған ярлыны талама, йәберләнгәнде хөкөм алдында ҡыҫма;


Бөгөн бирерлек икәнһең, яҡыныңа: «Аҙаҡ кил, иртәгә бирермен», – тип әйтмә.


«Кем йортон хәрәм юл менән төҙөгән, Өҫкө бүлмәләрен ғәҙелһеҙлек менән һалған, Яҡындарын бушлай эшләткән, Хеҙмәт хаҡын түләмәгән, Шул әҙәмдең башына ҡайғы!


Раббы былай ти: „Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән эш итегеҙ, таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡарығыҙ. Килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ, иҙмәгеҙ, был ерҙә ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәгеҙ.


Бер кемде лә ҡыйырһытмай, Бурысҡа алғандың аманатын ҡайтара, Кеше таламай, Асҡа икмәк, яланғасҡа кейем бирә,


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Ил халҡы бер-береһен иҙә, талай; ярлы менән мохтажды ҡыйырһыта, килмешәкте хаҡһыҙ рәнйетә.


Әгәр үҙегеҙҙең халыҡтан берәйһенә ер һатһағыҙ йәки үҙегеҙ һатып алһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ.


Бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. Аллаңдан ҡурҡ, сөнки Аллағыҙ Раббы – Мин.


йә иһә кемдер юғалтҡанды табып та инҡар итһә, йәки ниндәй ҙә булһа гонаһ эшләп, шул турала ялған ант итһә,


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән.


Һин Уның бойороҡтарын беләһең: «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, алдашма, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит».


Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тине.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Изге Яҙмала «ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма» һәм «эшсенең үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға хаҡы бар» тип әйтелә бит.


Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ