Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 16:20 - Изге Яҙма

20 Һарун Иң мөҡәддәс урынды, Осрашыу сатырын, ҡорбан усағын паклау йолаһын башҡарғандан һуң, тере тәкәне килтерһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Һарун Иң Мөҡәддәс урынды, Осрашыу сатырын, ҡорбан усағын паклау йолаһын башҡарғандан һуң тере тәкәне килтерһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Һарун Иң мөҡәддәс урынды, Осрашыу сатырын, ҡорбан усағын паклау йолаһын башҡарғандан һуң, тере тәкәне килтерһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 16:20
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яңылышлыҡ менән йәки белмәйенсә гонаһ ҡылғандар өсөн ай һайын, айҙың етенсе көнөндә лә шулай эшлә. Ҡорамды шулай паклаясаҡһығыҙ.


Шул рәүешле Иң мөҡәддәс урынды Исраил халҡының нәжестәренән, енәйәттәренән – барлыҡ гонаһтарынан паклар. Улар араһында, уларҙың нәжеслеге араһында торған Осрашыу сатыры менән дә шулай эшләһен.


Бармағын ҡанға манып ете тапҡыр ҡорбан усағының өҫтөнә һирпер. Шул рәүешле уны Исраил халҡының нәжеслегенән таҙартыр һәм изге ҡылыр.


Ике ҡулын тәкәнең башына ҡуйһын һәм Исраил халҡының бөтә ғәйептәрен, енәйәттәрен – барлыҡ гонаһтарын танып һөйләһен дә, шул гонаһтарҙы тәкәнең башына йөкмәһен. Шунан был эш өсөн тәғәйенләнгән берәй кеше оҙатыуында тәкәне сүлгә ебәрер.


Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.


Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе.


Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә дусар ителде һәм аҡланыуыбыҙ өсөн үленән терелтелде.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.


Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ