Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 14:13 - Изге Яҙма

13 Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын салған ерҙә, мөҡәддәс урында һуйһын. Ғәйеп ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Был – изгеләрҙән-изге ҡорбан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын боғаҙлаған ерҙә, мөҡәддәс урында салһын, сөнки ғәйеп ҡорбаны гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Ул изгеләрҙән-изге ҡорбан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын салған ерҙә, мөҡәддәс урында һуйһын. Ғәйеп ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Был – изгеләрҙән-изге ҡорбан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 14:13
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үгеҙҙе Осрашыу сатыры ауыҙында, Раббы хозурында, сал.


Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге.


Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары, ҡаһиндар, уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


– Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала,


Ҡулын тәкәнең башына ҡуйып, уны Раббы хозурында – тотош яндырыу ҡорбандарын сала торған урында, Раббы ҡаршыһында боғаҙлар. Был – гонаһ ҡорбаны.


Башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына Раббы хозурына алып килһен. Ҡулын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм уны Раббы ҡаршыһында салһын.


Ғәйеп ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбандары салынған урында һуйылһын. Уның ҡаны ҡорбан усағына һәр яҡлап һирпеп сығылһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ