Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 11:24 - Изге Яҙма

24 Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 11:24
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө: «Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!» Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны.


Дүрт аяҡлы ҡалған бөтә бөжәктәр ҙә һеҙҙең өсөн ерәнгес.


Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр.


Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә саҡлы нәжес булыр.


Уларҙың итен ашамағыҙ, үләкһәләренә ҡағылмағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн хәрәм.


Бикле торған көндәрҙә был өйгә ингән һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ул ултырған йәки ятҡан һәр нәмәгә ҡағылған кеше кискә тиклем нәжес һаналыр. Был әйберҙәрҙе ташыған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ағынтыһы булған әҙәм ҡулын йыумайынса ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салыр һәм ағынтыһы булған кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.


Уның түшәгенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Бындай ҡатын ултырған һәр нәмәгә ҡағылған кеше кейемен йыуһын һәм йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ул ҡатындың түшәгендәге йәки ултырған урынындағы берәй әйбергә тейгән һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр.


Уларға ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр. Был кеше кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ағынтылы әҙәмдең урынына ултырған кеше лә кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ағынтыһы булған кешегә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ағынтыһы булған әҙәм таҙа кешегә төкөрһә, тегеһе кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Кәзә тәкәһен Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, үҙе йыуынғас, тупламға инә ала.


Уларҙы яндырған кеше кейемен һәм тәнен йыуырға тейеш, шунан һуң ул тупламға инә ала.


Һарун тоҡомонан берәй кеше тире ауырыулы, йәки ағынтылы булһа, таҙарынғанға тиклем изге ризыҡты ашамаһын. Үләкһәгә тейгән өсөн нәжес һаналған берәй нәмәгә ҡағылған, мәнейе аҡҡан,


кешене нәжесләй торған мыжғып йөрөгән йәнлектәрҙең береһенә йәки ниндәй ҙә булһа сәбәптән нәжес һаналған кешегә ҡағылһа,


кискә тиклем нәжес һаналыр. Йыуынмай тороп изге ризыҡты ашамаһын.


Йәки берәү белмәйенсә, нәжес һаналған әйбергә, хәрәм йәнлектең, хәрәм малдың йәки һөйрәлеүсенең үләкһәһенә ҡағылһа, үҙе шул турала белмәһә лә, нәжес була һәм ғәйепле һанала.


Әгәр ҙә берәйһе нәжес нәмәгә: кеше нәжесенәме, хәрәм малғамы, хәрәм йәнлеккәме ҡағылғандан һуң Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, был кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.


Шунан ҡаһин кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөл ҡойонһон, һуңынан тупламға инә ала, ләкин ул кискә тиклем нәжес һаналыр.


Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.


Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ:


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ