Колосстарға 2:2 - Изге Яҙма2 Улар мөхәббәттә берләшеп, рухтары күтәрелһен һәм һәр яҡлап тәрән һәм бай белемле булһындар, шулай Алланың серен, йәғни Мәсихте белһендәр ине. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Инжил2 Мин быны, улар мөхәббәттә берләшеп, рухтарының күтәрелеүе һәм тулыһынса танып белеүҙең бөтә байлығына эйә булыуҙары өсөн эшләйем. Шул рәүешле улар Алланың серен – Мәсихте танып белер. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма2 Улар мөхәббәттә берләшеп, рухтары күтәрелһен һәм һәр яҡлап тәрән һәм бай белемле булһындар, шулай Алланың серен, йәғни Мәсихте белһендәр ине. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙең рухығыҙҙы нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Аллаға ышанһын һәм буйһонһон өсөн мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.
Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтә нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең аҡланыуым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманыма нигеҙләнгән, тимәк, был – иман аша Алланан килгән аҡланыу.
һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.