Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Колосстарға 2:18 - Изге Яҙма

18 Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе хөкөм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Колосстарға 2:18
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


Был ҡағиҙәләр тышҡы яҡтан үҙҙәре булдырған тәҡүәлектә, яһалма тыйнаҡлыҡта һәм тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡта аҡыллы тойолһа ла, ысынында кешенең әҙәмсә нәфсеһенә ҡаршы тора алмайҙар.


Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Улар, Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Бар ҡылыусыға түгел, ә Ул бар ҡылған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Бар ҡылыусыға иһә мәңгелек маҡтау яуһын! Амин.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.


Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам.


маҡсатыма – Алла мине күктән Ғайса Мәсихтә алырға саҡырған бүләккә ашҡынам.


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтәбеҙҙең дә белемебеҙ бар» тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.


Улар урынына ул нығытмаларҙы ҡурсалаған илаһҡа – ата-бабалары күрмәгән-белмәгән илаһҡа – табыныр, алтын-көмөш, аҫыл таштар һәм бай саҙаҡа менән хөрмәтләр уны.


Раббы Хаким былай ти: «Бер ниндәй ҙә күренмеш күрмәгән, үҙҙәрең уйҙырмаларын ғына һөйләгән ахмаҡ пәйғәмбәрҙәргә ҡайғы!


Сөнки улар һеҙгә дошманлыҡ ҡылып, Пеғорҙағы ваҡиға аша һеҙҙе юлдан яҙҙырҙы. Бынан тыш, Пеғорҙа үләт хакимлыҡ иткән көндө үлгән ҡыҙ ҡәрҙәштәре – мидйәндәрҙең ҡәбилә башлығының ҡыҙы Козби – менән әүрәтеп, һеҙҙең менән мәкерле эш итте.


Раббы Алла ҡатындан: – Ниңә улай эшләнең? – тип һораны. Ҡатын: – Мине йылан ҡотортто, шуға ашаным, – тине.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра.


Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан.


Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм.


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, мин-минлек, яла яғыуҙар, ғәйбәт, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.


Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ.


Мине янығыҙға бармаҫ тип уйлап, ҡайһы берҙәрегеҙ маһайған.


сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Илаһ Мөләхкә зәйтүн майы ташының, Хуш еҫле майҙарҙы муллап исрафланың. Илселәреңде йыраҡҡа оҙаттың, Үлеләр донъяһына тиклем төшөрҙөң.


«Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?


Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.


Имандаштар, мин быларҙы үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ