Хакимдар 9:7 - Изге Яҙма7 Йоҫам, был хаҡта ишеткәс, Геризим тауының башына менеп баҫты ла көслө тауыш менән халыҡҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Тыңлағыҙ мине, Шәхәм кешеләре, шул сағында һеҙҙе Алла ла ишетер! အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Бөтә исраилдар – килмешәктәр ҙә, Исраилдың төп халҡы ла аҡһаҡалдары, етәкселәре һәм хөкөмдарҙары менән бергә – Килешеү һандығын тирә-яҡлап, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар алдында баҫып торҙо. Халыҡтың яртыһы Геризим тауы яғынан, яртыһы Ғевал тауы яғынан торҙо. Раббы ҡоло Муса Исраил халҡын тап ошо рәүешле фатихаларға ҡушҡайны.