55 Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты.
Йоав, борғо ҡысҡыртып, исраилдарҙы эҙәрләгән һуғышсыларҙы туҡтатты.
Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер, янъял менән талаш тыныр.
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
Атаһына ҡаршы енәйәт ҡылып, етмеш ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә Алла шулай ҡоһорон ҡайтарҙы.