50 Шунан Авимәләх Тевес ҡалаһына йүнәлде. Ҡаланы ҡамап, ҡулына төшөрҙө.
Йеруббәшәҫ улы Авимәләхте кем үлтерҙе? Ул Тевеста бер ҡатын диуарҙан ырғытҡан тирмән ташынан һәләк булған бит. Ниңә улай ҡала диуарына яҡын барҙығыҙ?» – тиһә, һин уға: «Ҡолоң хитти Урияһ та һәләк булды», – тип әйтерһең.
Ғомри бөтә исраилдар менән бергә Гиббеҫондан сыҡты ла барып Тирсаны ҡамауға алды.
Яугирҙәрҙең һәр береһе ботаҡ ҡырҡып алды һәм, Авимәләх менән бергә барып, уларҙы нығытма тирәләй өйөп һалдылар, ут төрттөләр. Шәхәм манараһында булған барлыҡ кеше – бер меңгә яҡын ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ – һәләк булды.
Ҡала уртаһында ныҡлы бер манара бар ине. Барлыҡ ирҙәр һәм ҡатындар, бөтә ҡала кешеләре шунда инеп бикләнде һәм манараның түбәһенә менеп баҫты.