46 Был хаҡта ишеткәс, Шәхәм манараһындағы халыҡ Эл-Бериҫ ғибәҙәтханаһының нығытмаһына инеп йәшенде.
Эй Исраилдың Аллаһы, инде ҡолоңа – атайым Дауытҡа – әйткән һүҙҙәрең ғәмәлгә ашһа ине!
Шөкөр ҡорбандары килтерермен, Раббының исемен ҡабатлармын.
Бер көндө, үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.
ул: – Мәмерйә ауыҙын ҙур таштар менән томалағыҙ ҙа һаҡсылар ҡуйығыҙ.
Гидғон үлгәс, Исраил халҡы йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бәғелдәргә табына башланы һәм үҙҙәренә илаһ итеп Бәғел-Бериҫты эшләп ҡуйҙы.
Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте.
Шунан уға Бәғел-Бериҫ ҡорамынан етмеш шекел көмөш бирҙеләр. Авимәләх был аҡсаға эшһеҙ йөрөгән һәр төрлө әтрәгәләмде йыйып, үҙ артынан эйәртте.
Авимәләхкә Шәхәм манараһындағы бөтә кешеләрҙең шунда йыйылыуы хаҡында хәбәр иттеләр.