45 Авимәләх Шәхәм халҡы менән көнө буйы һуғышты. Ул ҡаланы яулап алды һәм унда йәшәүселәрҙе ҡырып бөтөрҙө. Ҡаланы иһә емерҙе һәм уның тупрағына тоҙ һипте.
Яровғам Әфраим таулығындағы Шәхәм ҡалаһында нығытмалар төҙөттө һәм шунда йәшәй башланы. Һуңыраҡ унан китеп Пенуил ҡалаһын төҙөнө.
Ҡалаларын емерҙеләр, үткән береһе таш ырғытып, иң уңдырышлы баҫыуҙарын ҡыйланылар, һыу сығанаҡтарын күмделәр, яҡшы ағастарын ҡырҡып ташланылар. Ахыр сиктә бары тик Ҡир-Харәсәҫ ҡалаһының таш диуарҙары ғына тороп ҡалды. Һапҡы менән ҡоралланған яугирҙәр уны ла уратып алып һөжүм итте.
Әммә һаҙлыҡтар һәм батҡыл урындар сөсөләнмәҫ, улар тоҙ сығарыу өсөн ҡалыр.
Шуның өсөн, барлығым менән ант итәм, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы. – Моав Содом һымаҡ булыр, Ғаммон ерҙәре – Ғамора кеүек. Уларҙы ҡый үләне баҫып китер, Баҫыуҙары татырланыр, Ерҙәре мәңгелек сүлгә әйләнер. Халҡымдың тере ҡалғандары уларҙы талап, Ерҙәрен үҙҙәренә милек итеп алыр.
бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.
Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!
Авимәләх етәкселек иткән төркөм ҡала ҡапҡаһы янындағы урынды ҡулға төшөрөргә ашыҡты, ҡалған ике төркөм, ҡырҙағы кешеләргә һөжүм итеп, уларҙы ҡырып ташланы.