42 Иртәгәһенә Шәхәм халҡы үҙ эштәре менән ҡырға сығырға йыйынды. Был хаҡта Авимәләхкә еткерҙеләр.
Авимәләх Арумала урынлашты, ә Зевул Ғағалды һәм уның ағай-энеһен Шәхәмдән ҡыуып сығарҙы.
Ғәскәрен өс төркөмгә бүлеп, Авимәләх уларға ҡырҙа йәшенеп торорға бойорҙо. Халыҡтың ҡаланан сыҡҡанын күреп, уларға һөжүм итте һәм үлтереп бөттө.