40 Авимәләх уларҙы ҡасырға мәжбүр итте һәм ҡала ҡапҡаһына еткәнсе баҫтырып барҙы, күптәр үлтерелде.
Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө.
Шәхәм халҡы Ғағал етәксегендә Авимәләхкә ҡаршы алышҡа сыҡты.
Авимәләх Арумала урынлашты, ә Зевул Ғағалды һәм уның ағай-энеһен Шәхәмдән ҡыуып сығарҙы.