36 Ғағал, уларҙы күреп, Зевулға: – Ҡара әле, тау баштарынан кешеләр төшөп килә, – тине. – Ҡуйһаңсы, – тине Зевул. – Һиңә тауҙарҙың күләгәһе кеше булып күренә торғандыр.
Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде!
– Кешеләрҙе күрәм, – тине теге өҫкә ҡарап. – Ағастарға оҡшағандар, тик йөрөйҙәр.
Иртәнсәк, Ғәвәд улы Ғағал ҡала ҡапҡаһы янында баҫып торғанда, Авимәләх үҙенең һуғышсылары менән йәшенгән еренән сыҡты.
Әммә Ғағал йәнә: – Ҡара, Ер кендегенән кешеләр төшөп килә! Тағы бер төркөм Күрәҙәселәр имәне яғынан килә ята, – тине.